Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
24 Июнь 2022, 20:10

Алып китергә теләне

Эргәмдәге медсестра: “Наркоз аҫтында “алып китмә мине!” тип туҡтауһыҙ ҡысҡырҙың”,-тине...

Алып китергә теләне
Алып китергә теләне

Төшөңә мәрхүмдәр инһә, хәйер бир”,-тиҙәр. Әгәр улар һәр саҡ инһә? Бала саҡтан? Бер мулла менән һөйләшкәндә: “Мәрхүмдәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй”,-тип кенә ҡуйҙы. Ә мин бит уның ярҙамына ышанып барғайным.

Бала саҡтан төшөмдә кемдәрҙелер күреп, шулар менән һөйләшеп сыға инем. Һуңынан уларҙың барыһы ла был донъяла күптән юҡ икәнлеген белеп аптырандым. Төндәрен йоҡлауы ауыр булһа ла, был хәлемә өйрәндем. Инәләр икән төшөмә, тимәк, шулай кәрәк.

Кейәүгә сыҡтым. Ҡарт ҡәйнәм мине баштан уҡ яратманы. “Был бит бигерәк ябыҡ, ҡара, яман”,-тип тик ултырыр ине. Тырышып донъя көттөм. Шуға ҡарамаҫтан ҡарт ҡәйнә минән ауыр ҡарашын алманы. Бер төн төш күрәм: уның карауаты ишек төбөндә тора икән. “Тиҙҙән үлә икән”,-тип уйлап уянып киттем. Шулай булды ла. Тик ерләгәндән һуң ул минең төшөмә көн һайын инә башланы. Йәнәһе, ниндәйҙер һыуыҡ, ҡотһоҙ өйҙә йәшәй. Мине шунда көсләп сәй эсерергә маташа. Стеналарында ау эленеп тора икән тип күрәм. Ҡарт ҡәйнәм: “Тиҙҙән һин дә минең менән ошонда йәшәйәсәкһең, шунда йыйыштырырбыҙ икәүләп”,-тип әйткәс, ҡурҡып уянып киттем. Төн һайын төшөмә инә: ”Теймә миңә, ауырлы бит мин”,-тип ялбарам. Аптырағас психологҡа ла барып күрендем. Тик тыныслыҡ таба алманым. Бәпесемде көскә таптым. Табиптар: “Үлеп терелдең бит”,-тине. Эргәмдәге медсестра: “Наркоз аҫтында “алып китмә мине!” тип туҡтауһыҙ ҡысҡырҙың”,-тигәс, ҡарт ҡәйнәмдең мине теге ҡотһоҙ өйгә һөйрәгәнен иҫемә төшөрҙөм.

Аяттар уҡытып торабыҙ. Доғалар ҙа беләм. Тик ни өсөн ул мине тыныслыҡта ҡалдырмай икән?

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: