Минең өләсәйем 94 йәшендә мәрхүмә булды. Һуңғы көндәренә тиклем үҙен-үҙе ҡараны, аҡылында булды. Уның йортонан кеше өҙөлмәне. Сөнки өләсәйем һәр кемде йылмайып ҡаршылап, мотлаҡ ултыртып сәй эсерер ине. Көн һайын майикмәк, бәлештәр бешерҙе. Килгән һәр кемгә ниндәйҙер булһа ла бүләк биреп, йә аҡса биреп оҙатыр ине. Өләсәйем төшөндә мәңгелек донъяға күсте. Уны тәрбиәләгән инәйҙәр: “Эй, бәхетле үлем дә инде!”-тип һөйләшкәнен ишеттем.
Өләсәйемдең мәрхүмә булғанына ҡырҡ көн тулғанда төш күрәм. Нинәйҙер матур, ыҡсым йорт. Эсендә өләсәйем йөрөй. Һәр саҡтағыса алъяпҡысын бәйләгән, ҡулдары ҡамырлы, бөйөрөктәр бешереп тора. Ә өҫтәл артында 10 йәш тирәһендәге малай менән бер ҡатын ултыра. Өләсәйем миңә ҡараны ла: “Барыһы ла һәйбәт, улай тәҙрәнән ҡарап йөрөмә, һиңә бында килергә ярамай”,-тине.
Уянғас төшөмдө әсәйемә һөйләнем. Әсәй аптыраны ла, өләсәйемдең таныш ҡатынын хәтеренә төшөрҙө. Уның 10 йәшлек улы ауырып вафат булды. Әсә кеше ҙур ҡайғыға һабышҡан, ул өләсәйемә йыш килеп йөрөгән. Өләсәй уға хәленән килгән тиклем ярҙам итергә тырышҡан, әммә ҡатын хәсрәтенән арына алмай, улынан һуң бер йыл да үтмәй вафат булған. Минең төшөмә ҡарағанда, улар барыһы ла мәңгелек донъяға барып осрашҡан булып сығамы? Тимәк, унда ла осрашалармы? Параллель донъя тигәне шул буламы?
Рита.