-3 °С
Болотло
Рәсәй президенты Владимир Путин үҙенең Ҡаҙағстан коллегаһы Ҡасым-Жомарт Токаев менән телефон аша һөйләшеү үткәрҙе. Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Һөйләшеү барышында дәүләт башлыҡтары Ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен һәм Токаевтың Рәсәйгә сәфәрен тикшерҙе. Шулай уҡ яҡтар РәсәйҠҡаҙағстан партнерлығын нығытырға һәм сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға килеште.