Бөгөн Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм ҡала Советы депутаттары менән осрашты. Унда ҡала үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Ҡаланы төҙөкләндереү, атап әйткәндә, юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу, туҡталыштарҙы, контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу - район башлығы иғтибарын йәлеп иткән иң көнүҙәк проблемалар.
"Беҙгә һәр саҡ бәйләнештә булырға һәм ҡала мәнфәғәтендә бергә эшләргә кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Азамат Сәфәрғәле улы. – Халыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарап аралашырға, йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса унда йәшәүселәр менән бергә эшләргә кәрәк. Биналарҙың хужалары менән уның эргә-тирәһен тәртиптә тотоу буйынса ла эште көсәйтәйек. Мәҫәлән, ҡаланың бөтә төҙөлөш магазиндарында ла төҙөлөш материалдары магазиндар биләмәһенән ситтә урынлашҡан. Улай булырға тейеш түгел! Туҡталыштарҙың торошо ла мөһим мәсьәлә булып ҡала, уларҙың барыһын да бер иштән итеп эшләргә тәҡдим итәм. Был контейнер майҙансыҡтарына ла ҡағыла”.
Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҡала үҫеше буйынса фекерҙәре һәм идеялар менән уртаҡлашты. Район етәксеһе ҡала Советы депутаттары менән бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрәсәген белдерҙе. Депутаттар биргән бөтә һорауҙар ҙа тикшереүгә алынды.