Сәйәсәт
5 Декабрь 2023, 11:09

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

Уларҙың тоҙағына нисек эләкмәҫкә?

- Билдәһеҙ һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, шикле номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ. Һылтанма ышаныслы, ә телефон дөрөҫ тойолһа ла, ойошмаларҙың рәсми сайттарындағы адрестарҙы һәр ваҡыт асыҡлағыҙ, ә номерҙарҙы рәсми белешмәләрҙә тикшерегеҙ.

- Әгәр һеҙгә аҡса күсереү тураһында СМС килһә (хәбәр банктың ғәҙәти белдереүенә оҡшаған), һуңынан, йәнәһе, һеҙгә аҡса күсереп, кире ҡайтарыуҙы һорай икән, бер нәмәне лә ҡайтарырға ашыҡмағыҙ. Бындай хәл мутлашыу схемаһына оҡшаған: аҡса килмәгәндәрҙер, моғайын, СМС - һеҙҙең банктан түгел, ә һеҙгә енәйәтсе шылтыратҡандыр. Иҫәбегеҙҙе тикшерегеҙ, онлайн-банкта күсермә яҙҙырығыҙ йәки аҡсаны күсергәнсе банкка шылтыратығыҙ.

- Әгәр һеҙгә «Һатып алыуҙы раҫлағыҙ» тигән код килгән булһа, һуңынан тағы ла шылтыратып, яңылыш һеҙҙең телефон номерығыҙҙы күрһәтеүен һәм килгән кодты әйтеүегеҙҙе һорай икән, быны эшләмәгеҙ. Мутлашыусылар быны һеҙҙән аҡсағыҙҙы күсереү йәки кәрәкмәгән түләүле сервисҡа яҙҙырыу өсөн эшләй.

- Бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ, өҫтәүенә пароль һәм код. Банк хеҙмәткәрҙәренә улар кәрәкмәй, ә мутлашыусыларға аҡсағыҙға юл асыласаҡ.

- Карталар мәғлүмәттәрен компьютерҙа йәки смартфонда һаҡламағыҙ.

- Мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Әгәр һеҙ нимәлер оттоғоҙ йәки картағыҙҙың һандарын осраҡлы рәүештә күсерҙегеҙ һәм операцияны туҡтатыр өсөн мәғлүмәттәрегеҙҙе атарға кәрәк тип әйтһәләр, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Картағыҙҙың артҡы яғында күрһәтелгән телефон номеры буйынса банкка шылтыратығыҙ.

- Туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙҙың уңайһыҙлыҡтары хаҡында хәбәр итһәләр, улар менән туранан-тура бәйләнешкә инергә тырышығыҙ.

- Компьютерға - үҙегеҙгә лә, туғандарығыҙға ла антивирус ҡуйығыҙ.

- Оло йәштәге туғандарығыҙға һәм үҫмерҙәргә был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас