

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә элекке Хөкүмәт ағзалары: вице-премьер Илшат Тажетдинов, мәғариф министры Айбулат Хажин һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет рәйесе Фәрит Ғүмәровтың, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары итеп һайланыуҙары сәбәпле, уларҙың парламентта ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәктәре тураһында хәбәр итте.
“Илшат Азамат улы Тажетдинов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында республика өсөн бик күп эшләне, - тип билдәләне Радий Фәрит улы, - Парламентта ул финанс-иҡтисади блокты контролдә тотасаҡ, сөнки уның бай тәжрибәһе һәм белеме бындай яуаплы мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа бик кәрәк”.
Билдәле булыуынса, арҙаҡлы яҡташыбыҙ И.А. Тажетдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары итеп һайланды. Билдәле дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, ғалим-иҡтисадсы, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев, “Халыҡтар дуҫлығы”, Рәсәйҙең “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры булып танылған Илшат Азамат улының юғары вазифаға билдәләнеүе бер ҙә осраҡлы түгел. 13 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары һәм Хөкүмәт Аппараты етәксеһе булып эшләү осоронда И.А. Тажетдинов республикабыҙҙы үҫтереүгә күп көс һалды, үҙен иленең һәм Башҡортостанының ысын патриоты итеп танытты, ҙур абруй ҡаҙанған дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән булып танылды. Тап уның ныҡышмалы хеҙмәте менән республикала ғәйәт ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса мәсьәләләр уңышлы хәл ителде. Һуңғы йылдарҙа арҙаҡлы яҡташыбыҙ федераль милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнде, был осорҙа республикала байтаҡ объекттар төҙөлдө, капиталь ремонтланды һәм модернизацияланды.
Илшат Азамат улы бер ҡасан да тыуған районын, тыуған ауылын онотманы. Ул Баймаҡ ҡалаһы һәм районын социаль-иҡтисади үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе, даими рәүештә тыуған төйәгендә эш сәфәрҙәре менән булды. Икенсе Этҡол ауылы И.А. Тажетдиновтың шәхсән ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында яңы һулыш кисерҙе, бында социаль-мәҙәни объекттар төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Бының өсөн баймаҡтар һәм тыуған ауылы халҡы Илшат Азамат улына әле лә оло рәхмәтле.
И.А. Тажетдиновтың яңы вазифала ла республика мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләйәсәгенә шикләнмәҫкә мөмкин. Баймаҡтар арҙаҡлы яҡташы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана һәм уға яуаплы эшендә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләй. Уңыштар һеҙгә, хөрмәтле Илшат Азамат улы!
Азамат Мөхәмәтшин.