Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Май 2023, 13:39

“Талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ”

Бөгөн районыбыҙға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов килде. 

“Талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ”
“Талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ”

Эш сәфәрҙәре
“Талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ”

Бөгөн районыбыҙға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов килде. Эш сәфәренең маҡсаты - республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияһының күсмә ултырышын үткәреү ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Азамат Абдрахманов быйыл май айынан Ведомство-ара комиссияның эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә.
Азамат Абдрахманов эш сәфәре барышында Күсей, Темәс, Ишмырҙа ауыл биләмәләрендә ер аҫтын файҙаланыу буйынса эш алып барған лицензия участкаларын ҡараны.
“Беҙ ер ҡаҙылмалары йүнәлешендә эшләүселәрҙе тикшереп, был йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп барабыҙ. Республикабыҙҙың ер байлығы менән файҙаланыусы ойошмаларға ҡарата талаптар һәр саҡ ҡаты буласаҡ, улар тик закон буйынса эш итергә, экологияны һаҡлау йүнәлешендәге бар ҡағиҙәләрҙе үтәргә һәм эшмәкәрлеген алып барған биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнашырға һәм тос өлөш индерергә тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм Ведомство-ара комиссияның тырышлығы менән былтыр “Альтинвест”, “Таналыҡ”, “Иремельбашресурс”тың эшмәкәрлеге туҡтатылды. Әлеге ваҡытта “Графское” һәм “Алтын Юл”дың лицензияларын тартып алып, эштәрен ваҡытынан алда туҡтатыу буйынса эш алып барыла”,-тине Азамат Фәрит улы.
Азамат Абдрахманов ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса башлаған эште дауам итеү һәм ныҡлы контролдә тотоу мөһимлеген белдерҙе. “Халыҡтың ер аҫты ҡаҙылмалары менән файҙаланыусыларға көслө ризаһыҙлығы был компанияларҙың быға тиклемге йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланыуы менән аңлатыла>,-тине Азамат Фәрит улы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: