Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
13 Апреля 2023, 10:30

Ҡоро үлән янып киткән

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында үлән янып киткән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғындың майҙаны 1 гектар тәшкил итә...

Ҡоро үлән янып киткәнҠоро үлән янып киткән
Ҡоро үлән янып киткән

13 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районында үлән янып киткән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғындың майҙаны 1 гектар тәшкил итә. Р-240 трассаһы буйында, 46-сы саҡрым тирәһендә үлән яна. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән һүндереү эштәре алып барыла.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 апрелгә республиканың урман фондында 2-се, 3-сө, 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана. Өс муниципалитетта: Архангел, Дыуан һәм Стәрлетамаҡ райондарында иһә 4-се класлы янғын хәүефе.

«Тәүлек эсендә дөйөм майҙаны 57,2295  гектарҙа ҡоро үлән яныуҙың 50 осрағы теркәлгән. Һүндергәндәр. 2023 йылдың башынан республика биләмәһендә бөтәһе 311,9868 гектар майҙанда ошондай 339 янғын сыҡҡан», — тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас