Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Апрель 2022, 15:46

Автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алдылар

Башҡортостан ерендә Рәсәй профсоюздарының бөтә Рәсәй автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алдылар. Автоуҙыш 12 апрелдә Владивостокта старт алған ине. Акцияла ҡатнашыусылар "Zа мир без нацизма!", "Zа мир, труд, май!" кеүек сәләмләү һүҙҙәрен 15 ҡала аша үтеп, алып килеп еткерҙеләр. Был ҡалалар араһында Благовещен, Хабаровск, Чита, Иркутск, Новосибирск, Омск һәм Екатеринбург бар.  

26 апрелдә колонна Өфөгә лә килеп етте. 27 апрелдә Профсоюздар йорто янында митинг үтте. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Рәсәй президенты Владимир Путинға һәм Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларға хуплау белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһынан автоуҙышҡа биш машина ҡушыласаҡ. Түбәнге Новгород аша улар Мәскәүгә юл тотасаҡ. Ә 9 майҙа берләшкән профсоюз автоколоннаһы Волгоградҡа киләсәк. Бында Мамай ғибәҙәтханаһында Еңеү көнөнә арналған күләмле саралар уҙа. Рәсәй профсоюздарының Башҡортостандағы бөтә Рәсәй автоуҙышы тураһында ошо видеола ҡарағыҙ:

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: