Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Ғинуар 2022, 15:39

Өфөлә Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең майҙансығы эш башланы

Уны асыу тантанаһы республиканың билдәле юғары уҡыу йортонда уҙғарылды. Әйткәндәй, был уҡыу йорто үҙенең 55 йыллығын да билдәләп үтте. 

18 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәйҙең "Знание" ("Белем") йәмғиәтенең даими мәғрифәтселек киңлеген асыу тантанаһы үтте. Лекторий М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында (БДПУ) ойошторолдо һәм үҙ эшен «Белем» лекториумы» мәғрифәтселек марафонынан башланы. Тантаналы сара юғары уҡыу йортоноң 55 йыллығына арналды.

2021 йылдан Рәсәй «Белем» йәмғиәте БДПУ менән республикала аң-белем таратыу сараларын ойоштороу йәһәтенән әүҙем эш алып барҙы. Универсаль педагогик компетенциялар технопаркы базаһында даими мәғрифәтселек киңлеген һәм «Белем» лекториумы» марафонын сафҡа индереү һөҙөмтәле булды.

«Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы «Белем» Рәсәй йәмғиәтенең аң-белем таратыу майҙансығы эшләй башланы. Бөгөн беҙ ошо марафондың «Белем» лоекториумы» тип аталған тәүге лекцияһы шаһиттары. Уның ошондай матур юбилей менән тап килеүе бик ҡыуаныслы. «Йәнле һүҙ» мәғрифәтселек үҙәге» тип аталған ҙур проектты бергәләп тормошҡа ашырабыҙ. Бик күп «тере» лекциялар уҙғарылды, шул иҫәптән һеҙҙең юғары уҡыу йортонда ла. Хәҙер беҙ йәнле аралашыуҙы һәм был лекцияларҙы интернет аша иң квалификациялы лекторҙарҙың ҡыҙыҡлы материалын тыңларға теләгән һәр кем өсөн трансляциялауҙы берләштергән лекциялар циклын башлайбыҙ. Беҙ артабан да ҡыҙыҡһынған, белемдәрен тапшырырға әҙер булған кешеләрҙе саҡырырбыҙ», - тип белдерҙе «Белем» Рәсәй йәмғиәтенең төбәк филиалы директоры Сергей Ширинкин.

Был башланғыстың әһәмиәтен асыу тантанаһында БДПУ ректоры Салауат Сәғитов та һыҙыҡ өҫтөнә алды:

«Республикабыҙҙа «Белем» йәмғиәтенең беҙҙә, педагогия университетында, урынлашыуы бик ҡыуаныслы. Маҡсатыбыҙ бер - ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәммәһенә лә белем алып барыу. Беҙ аңлайбыҙ, әгәр элек тормош өсөн бер юғары белем етһә, хәҙер студенттарға еңел булмаясаҡ. Сөнки юғары белем алыуҙан тыш, квалификацияны даими рәүештә, шул иҫәптән «Белем» йәмғиәте уҙғарасаҡ саралар ярҙамында күтәрергә кәрәк буласаҡ.

 

Белешмә: 


Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте 1947 йылда совет интеллигенцияһы вәкилдәре башланғысы менән «Сәйәси һәм фәнни белемде таратыу буйынса Бөтә Союз йәмғиәте» булараҡ нигеҙләнгән совет йәмәғәт ойошмаһынан (1963 йылдан - «Белем» бөтә Союз йәмғиәте, 1991 йылдан - «Рәсәй белеме» йәмғиәте) үҙ тарихын алып бара. Йәмғиәт ағзалары фәнде популярлаштырыу менән шөғөлләнде, совет хужалығы һәм сәнәғәт ҡаҙаныштары тураһында лекциялар уҡыны. 2016 йылда «Рәсәй белеме» Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте Дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт мәғрифәтселек ойошмаһы тип үҙгәртелде. 2021 йылдың 21 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе барышында Владимир Путин Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең заманса һанлы платформала эшен яңынан башлап ебәреү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: