Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Сентябрь 2021, 11:51

Республиканың 130 предприятиеһы - "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында

2021 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын тормошҡа ашырыуға 130 төбәк предприятиеһын йәлеп итергә ниәтләй. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. #Путин #нацпроекты

Республиканың 130 предприятиеһы - "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында
Республиканың 130 предприятиеһы - "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында

- Республика Хөкүмәте иҡтисадтың дөйөм системаһының һөҙөмтәлелеге буйынса бурысты алға ҡуя һәм, әлбиттә, һәр предприятиеның эшмәкәрлеге. Шуға күрә "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Хәҙер беҙҙә 117 предприятие-ҡатнашыусы бар, 2021 йылға план күрһәткесе - 90 компания. Беҙ пландан алға сығабыҙ. Быйыл беҙ планды тағы ла күберәк алдыҡ. Проектҡа 130 предприятиены индерәбеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Хәҙер Башҡортостан милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында лидер булып тора, республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Төбәк компетенциялар үҙәге беренсе урын алды һәм илдең 45 төбәге араһында иң яҡшыһы булды, тип өҫтәне беренсе вице-премьер. Шулай уҡ республика милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың белем алған хеҙмәткәрҙәре һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды алды.

- Республика Башлығы һәм Хөкүмәт Премьер-министры беҙҙең алда был милли проектты иҡтисад өсөн күләмле итеп эшләү бурысын ҡуйҙылар - һәр ваҡ предприятие үҙенең эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу практикаһын үҙҙәрендә тойорға тейеш, - тине Рөстәм Моратов.

Белешмә өсөн:
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: