Күргәҙмәлә 39 авторҙың 118 әҫәре тәҡдим ителгән.
"Башҡортостандың Йәш рәссамдар ассоциацияһы" ижади берекмәһе 1996 йылда күренекле башҡорт рәссамдары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Камил Ғөбәйҙуллиндың (1947-2017), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадировтың башланғысы менән ойошторола. Улар профессиональ рәссамдарҙы, шулай уҡ аутсайдерҙарҙы һәм профессионал булмаған рәссамдарҙы берләштергән локаль сәнғәт берләшмәһен ойоштора алды.
Ижади берекмә үҙенең егерме йыллығын Өфө художество галереяһында күргәҙмә менән билдәләй. Экспозиция берекмә ағзалары даими рәүештә үҙҙәренең кимәле өҫтөндә эшләүен, эстетик мәҙәниәтте йәмғиәткә еткереү, донъяға ныҡлы ҡарашты үҫтереү, кешенең йәшәү сифатын тойоу өҫтөндә әүҙемерәк эшләүен күрһәтте.
Күргәҙмәгә килеүселәр күргәҙмәнең тематик һәм стиль яғынан бай булыуын билдәләне. Бында Рәсәйҙең төпкөлдәге мөфйөштәрен дә, боронғо һәм тарихи үткәнен, мәҙәниәтен, илдең тәбиғәтен күрергә була. Күп кенә рәссамдар тыуған яҡтың мәҙәни мираҫын күрергә һәм тойорға, тәбиғәт аша күңелеңде асып бирергә саҡыра.