Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Август 2021, 16:54

Тәҡдимде колледж, техникумдарҙың педагогтар берләшмәһе хупланы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә йыл һайын «Йәш һөнәрмәндәр» Милли чемпионатының финалын үткәреү тәҡдимен колледж, техникумдарҙың педагогтар берләшмәһе хуплап ҡаршы алды.

Был тәҡдимде республика Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта яңғыратҡайны. Туймазы индустриаль колледжы директоры Олег Ғайсин әйтеүенсә, колледж уҡыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса йыл һайын чемпионат уҙғарыу һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә, колледжға уҡырға инеүселәрҙең һанын арттырырға ярҙам итәсәк.

– Әгәр ҙә Башҡортостан Башлығының башланғысы күтәреп алына икән, техникум, колледждарҙың матди-техник нигеҙен яҡшыртыу буйынса эште планлаштырыу, ҡаҙна урындары һанын арттырыу талап ителәсәк, – тип тә белдерҙе Олег Ғайсин.

 

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: