Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
13 Декабрь 2021, 10:36

Республиканың иң оҫта эшҡыуарҙары

Кемдәр улар? 

«Башҡортостан һөнәрсеһе - креатив индустрия оҫтаһы» конкурсы - ул эшҡыуарҙар өсөн телешоу форматында республикала тәүге проект. Конкурстың финал этабында Сибай, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡалаларынан, Бишбүләк һәм Ауырғазы райондарынан 10 финалға үткән конкурсант ҡатнашты. Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
 
- Конкурс халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрселек эшмәкәрлеге өлкәһендә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға һәм танытыуға йүнәлтелгән. Был - үҙең хаҡында белдереү һәм үҙеңдең эшең тураһында һөйләү өсөн шәп мөмкинлек. Беҙ оҫталарыбыҙға бизнесҡа дәүләт ярҙамы сараларының тулы спектрын, шул иҫәптән күргәҙмәләрҙә, белем биреү программаларында бушлай ҡатнашыу мөмкинлеген бирәбеҙ. Хәҙер был исемлек телепроект менән тулыландырылды, - тип билдәләне БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
 
Конкурстың финалы Башҡортостандың Милли музейында уҙҙы, унда фотоға төшөрөү майҙансығы ойошторолдо. Алдағы этаптарҙы үткән «алтын» унлыҡа ингән конкурсанттар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте, бизнестың үҫеш юлы хаҡында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, эш уйындарында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
 
Жюри составына Рәсәйҙең Дизайнерҙар союзы, ЮНЕСКО-ның Рәссамдар союзы ағзаһы Александр Кирдякин, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Альбина Ярмуллина һәм БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге етәксеһе Татьяна Сайгина инде.
 

- Эшҡыуарлыҡты үткәреү, уны алға этәреү һәм популярлаштырыуҙың яңы үҙенсәлекле формаһы үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Проект ҡатнашыусылар өсөн үҙ бизнесын үҫтереүҙә яңы үҫеш нөктәһенә әүерелде. Яңы танышыуҙар артабанғы партнерлыҡтың һәм һөнәрселәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙең нигеҙе буласаҡ, - тип комментарий бирҙе Татьяна Сайгина.

Телешоуҙы Мәскәүҙән махсус саҡырылған ҡунаҡтар: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алексей Огурцов һәм уның улы Игорь алып барҙы. Конкурстың телевизион версияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөрҙө. Сюжетты яңы йыл байрамдарында ҡарарға мөмкин.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урынды шәхси эшҡыуар Дмитрий Семенцов (Сибай ҡалаһы) яуланы, 2-се урынды шәхси эшҡыуар Зәки Нагаев (Ауырғазы районы), 3-сө урында - шәхси эшҡыуар Александр Колпаков (Бишбүләк районы). Проекттың рәсми бағыусыһы «Аструм» компаниялар төркөмө еңеүсене 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләне, уны төркөм Президенты Денис Назаров тапшырҙы.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты булышлығында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Минең бизнесым» үҙәге һәм Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: