Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
10 Сентябрь 2021, 15:41

Сибайҙа бөгөн "нуленсе километр" билдәһе асылды

Әле Сибайҙа өсөнсө "Урал аръяғы-2021" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара.

Меңдән ашыу ҡатнашыусы, улар араһында дәүләт власы органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәм ауыл хужалығын, сәнәғәт, мәҙәниәт һәм туризмды үҫтереү һәм экологик һәм башҡа төрлө темаларға фекер алышырға килде.

Форум Сибайҙың төп майҙанында "нуленсе километр" билдәһен асыу һәм, шулай уҡ, "Ҡаланы атлап үт" Бөтә Рәсәй акцияһы менән башланды. 

Яңы арт-объектты  Сибай ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов асты. Уның әйтеүенсә, бөгөн 10 сентябрҙә ҡала өсөн икеләтә байрам: 

"Беренсенән, бөгөн матур йолаға әүерелеп өлгөргән, шулай уҡ Сибай ҡалаһының һәм Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнгән "Урал аръяғы-2021" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Икенсенән, бөгөн сибайҙың тыуған көнө. Был да бик мөһим ваҡиға! Ошо уңайҙан яңы арт-объектты - туристик маршруттар башланыу символы булараҡ "нуленсе километр" билдәһен асабыҙ", - тип шатлығын белдерҙе Рөстәм Афзалов һәм барыһын да байрам менән ҡотланы. 

Сәләмләү телмәре барышында Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының (ВЭБ.РФ төркөмө) өлкән идара итеүсе директоры Вячеслав Якутик, "Ҡаланы атлап үт" проектының маҡсаты - Google һәм "Яндекс-карталарҙа" ҡала тураһында мәғлүмәттең өҫтәлеүе, тип билдәләне.

"Туристар картаһында ҡыҙыҡлы һәм матур урындар, кафелар күрһәтелә, унда милли аш-һыу тураһында мәғлүмәт бирелә. Бизнес өсөн был проект - үҙең менән башҡа халыҡты таныштырыу мөмкинлеген аса", - тине Вячеслав Якутик.

Сарала ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова әйтеүенсә, "Ҡаланы атлап үт" проектының маҡсаты - туристарҙы йәлеп итеүҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡала киңлектәрен йәнләндереүҙе һәм эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, үҙең тураһында башҡаларға белдереү кеүек мөмкинлектәр бирә. 

"Ҡаланы атлап үт" проекты Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы-2021 сиктәрендә яңы йүнәлеш алды. Хәҙер ул экологик белем биреүгә махсуслаша. Акцияла ҡатнашыусылар экоһуҡмаҡтарҙы, сеймал йыйыу һәм эшкәртеү пункттарын, шул иҫәптән сүп-сарҙы айырым йыйыу пункттары, шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡыларын, ял итеү зоналарын да картаға индерә. 

Вячеслав Якутик һөйләүенсә, Көнсығыш иҡтисади форумында махсус символ - "һирәк осрай торған бесәй эҙе" барлыҡҡа килгән. "Әйҙәгеҙ, һаҡсыл ҡуллана торған тәбиғәт ҡомартҡыларын ошо эҙ менән билдәләйек", - тип өҫтәне ул.

Сәләмләү өлөшөнән һуң биш команда маршрут карталары алды һәм юлға сыҡты - Сибайҙы улар атлап үтергә юлланды.

Үҙәктән яңы "нуленсе километр" арт-объектына тиклем атлап килгән ҡунаҡтар урынын алмаштырҙы. 

Акция барышында командаларҙа ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап йөрөп сыҡты, һәйкәлдәрҙе һәм арт-объекттарҙы ҡараны. Ҡайһы бер парктар һәм скверҙар, башҡорт аш-һыуы кафеһы тураһында мәғлүмәттәрҙең бер өлөшө әлегә онлайн-карталарҙа булмай сыҡты. Проект ярҙамында мәғлүмәттәрҙе актуалләштереү һәм системалаштырыу планлаштырыла.

Бынан тыш, тышта йөрөгәндә айырым экологик иғтибар талап иткән объекттарға "экопрошагайка" символы - "һирәк бесәй эҙҙәре"н һалдылар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Урал аръяғы-2021" форумының эшлекле мөхит булдырыуға һәм Башҡортостандың, Урал аръяғының инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға тағы бер аҙым буласағына ышаныс белдерҙе. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: