Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
3 Март 2023, 17:14

Уңыштары менән һөйөндөрҙө райондаштарыбыҙ!

4-се лицей уҡытыусыһы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Сирбаева "Педагог" номинацияһында еңеп сыҡты. "Примаверра" матурлыҡ салоны етәксеһе Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы Биктимерова "Бизнес-леди" номинацияһында иң яҡшыһы булып сыҡты. Ә бына Түбәнге иҙрис ауылы клубы мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын алып һөйөндө. Шулай уҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән күп бала тәрбиәләгән әсәләр - Урғаҙан З.Н. Абдрахманова менән Йәнйегеттән Ф.М. Ҡарабаева, халыҡ ижады үҙәгенең "Хазина" халыҡ кәсептәре клубы етәксеһе Р.С. Ҡотлоғужина, эшҡыуар Л.Р. Валюхова, Иҫке Сибайҙан "Ағинәй" ойошмаһы ағзаһы А.Г. Ибраһимова бүләкләнде.

Кисә Өфөлә Торатауҙа "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсының финал өлөшө булды. Был турала беҙгә Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы төркөмө хәбәр итте.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса муниципаль этапта еңеп килгән барлыҡ ҡатнашыусылар Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы Сертификаты менән бүләкләнде.

Байрам атмосфераһы менән һуғарылған сарала райондан 8 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Барыһы ла тиерлек ниндәйҙер номинацияла еңеп сыҡты. Шуныһы һөйөнөслө булды беҙҙең өсөн.
4-се лицей уҡытыусыһы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Сирбаева "Педагог" номинацияһында еңеп сыҡты. "Примаверра" матурлыҡ салоны етәксеһе Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы Биктимерова "Бизнес-леди" номинацияһында иң яҡшыһы булып сыҡты. Ә бына Түбәнге иҙрис ауылы клубы мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын алып һөйөндө. Шулай уҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән күп бала тәрбиәләгән әсәләр - Урғаҙан З.Н. Абдрахманова менән Йәнйегеттән Ф.М. Ҡарабаева, халыҡ ижады үҙәгенең "Хазина" халыҡ кәсептәре клубы етәксеһе Р.С. Ҡотлоғужина, эшҡыуар Л.Р. Валюхова, Иҫке Сибайҙан "Ағинәй" ойошмаһы ағзаһы А.Г. Ибраһимова бүләкләнде.

Үрҙә һаналып үтелгәндәрҙең барыһына ла уңыштар теләйек. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштар һәм еңеүҙәр насип булһын!
#МилләтӘсәһе
#Женщинаматьнации
#Обществобашкирскихженщин

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: