Бөгөн Ҡолсора ауылы биләмәһенең һабантуй майҙансығында "Арғынбаевтар шәжәрәһе" үтте. Сарала Ғәбит сәсән иҫтәлегенә бағышланған театрлаштырылған тамаша, “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәре сығышы, милли көрәш буйынса ярыштар көтә ине. Бына тантана ҡунаҡтары ― Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов,
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева, “Ҡурай” телеканалының генераль диреторы Рита Өмөтбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, ауыл халҡы, үҙҙәрен Ғәбит сәсән тоҡомонанмын, тип иҫәпләгәндәрҙең һәммәһе лә һабантуй майҙансығына ағылды.
Ә майҙансыҡ халыҡты ҡабул итергә күптән әҙер. Тирмәләр теҙелешеп ултыра. Балалар һабантуйы ла алдағы уйындарға әҙер. Ә сәхнәлә... бар халыҡты үҙенә саҡырып дәртле музыка уйнай.
Тантаналы сара йәш сәсәндәр сығышы менән башланып китте. Әмир Солтанов “Игзаков” бейеүен башҡарҙы.
Сараны алып барыусылар Ләйсән Солтанғолова менән Заһит Ғүмәров тарихи йылдар менән таныштырып үтте.
Барыһы ла 1910 йылда башланып китте.
Тәбрикләү өсөн Азат Бадранов сәхнәгә күтәрелде. Республика Башлығы Радий Хәбировтан сәләмдәр еткерҙе һәм Рәхмәт хаттары менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. "Сентябрь-октябрь айҙарында Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған "Йәшлек" бейеү ансамбленә милли
кейемдәр тектереп бирербеҙ", ― тип һүҙ
бирҙе.
Фәнис Әминев: "Һуңғы йылдарҙа пандемия арҡаһында бындай саралар онотола ла башлағайны. Һөйөнөскә хәҙер улар тергеҙелә башланы", ― тип тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов менән Төняҡ-көнбайыш башҡорттарының "Без Башҡортлар" ойошмаһының рәйесе Радик Бәхтиев: "Урал батыр" эпосы йәшәгәндә беҙҙең киләсәгебеҙ булыр", ― тине.
Сарала шулай уҡ "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләүселәр араһында үткәрелгән конкурстың еңеүселәре лә сығыш яһаны. Эпосты башҡорт телендә генә түгел, татар, төрөк, инглиз, урыҫ, инглиз, француз телендә лә һөйләнеләр. Баймаҡ ҡалаһынан Әминә Мырҙағәлина, Темәстән Розалия Ибраһимова, Ҡараталдан Аҡйондоҙ Күсәрбаева, Таулыҡайҙан Илназ Исханов,
Икенсе Этҡолдан Линара Ғибатова, Темәстән Рәзинә Шахмортаова, Сибайҙан Зөлфиә Яхина, Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылынан Рәйлә Зәйнуллина, Икенсе Этҡолдан Хәмдиә Ғөмәрова сәхнә түренә сығып, эпостан өҙөктәр һөйләне. Был иң-иңдәрҙе бүләкләп үттеләр.
Артабан сара ҡунаҡтары өсөн билдәле йырсылар сығыш яһаны.
Эльмира Кейекҡужина.