Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
21 Сентября , 04:25

Баймаҡ урмансылары һөнәри байрамын билдәләне

Быйыл Баймаҡ урман хужалығының ойошторолоуына - 90 йыл. Шул сәбәпле, хеҙмәт коллективы һөнәри байрамдары уңайынан юбилейҙарын да билдәләй. Әйтергә кәрәк, уны лайыҡлы күрһәткестәре менән ҡаршылайҙар. Айырыуса урманды һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр. Баймаҡ урман хужалығы 1936 йылдың 1 ноябрендә ойошторола. Бөгөн районда ошо йүнәлештә биш ойошма эшләй. Уларҙың яуаплылығына урманды һаҡлау, санитар-һауыҡтырыу, тергеҙеү буйынса бурыстар һалынған. Бының өсөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бөтә көсөн һала.

Добавить в предпочтительные источники Google

Быйыл Баймаҡ урман хужалығының ойошторолоуына - 90 йыл. Шул сәбәпле, хеҙмәт коллективы һөнәри байрамдары уңайынан юбилейҙарын да билдәләй. Әйтергә кәрәк, уны лайыҡлы күрһәткестәре менән ҡаршылайҙар. Айырыуса урманды һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр.

Баймаҡ урман хужалығы 1936 йылдың 1 ноябрендә ойошторола. Бөгөн районда ошо йүнәлештә биш ойошма эшләй. Уларҙың яуаплылығына урманды һаҡлау, санитар-һауыҡтырыу, тергеҙеү буйынса бурыстар һалынған. Бының өсөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бөтә көсөн һала.

Баймаҡ урмансылығы ҡарамағындағы дәүләт урман фонды 158199 гектар майҙанды тәшкил итә. Йыл башынан 515,90 гектарҙа йәш ағас үҫентеләре ултыртылған. Төҙөлөш өсөн - 700 кубометр, утын әҙерләүгә 9000 кубометр диләнкә бирелгән. Урман фондын ҡуртымға алыусылар тарафынан 120000 кубометр ағас ҡырҡылған.

Быйыл урманды ҡуртымға алыусылар менән берлектә Бетерә ауылы эргәһендәге тиҫтә йылдар буйы йыйылып килгән ҙур күләмдәге бысҡы вағы өйөмө бөтөрөлгән. Әйтергә кәрәк, был проблеманы хәл итеү өсөн коллектив бөтә көсөн йүнәлткән.

Урмансылар даими рәүештә үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә патруллек итә. Һөҙөмтәлә йыл башынан дүрт рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Шуның менән 41 кубометр ағас бысылып, урман фондына 580,9 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Был тәңгәлдәге хоҡуҡ боҙоуҙар менән Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге шөғөлләнә. Әйтергә кәрәк, был уҙған йылдарҙың күрһәткестәре менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ.  

Урманды янғындан һаҡлау буйынса ла маҡсатлы саралар алып барыла. Учреждение база тейешле техника һәм янғынды һүндереү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Урман фондын янғындан һаҡлау маҡсатында даими патруллек ойошторола һәм дүрт сәғәт һайын дистанцион мониторинг системаһынан мәғлүмәттәр алына. Урман фондында 38 километр минераль һыҙат һалынған, 417 километрҙағыһы тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ 6 км урман юлы ремонтланған, тағы ла 9,9 километрҙа яңыһы төҙөлгән. Урман һыҙаттарына ун дүрт иҫкәртеүсе баннер һәм эскә үтеп инеү тыйылған ерҙәргә һигеҙ шлагбаум ҡуйылған. Йыл башынан алып бер урман янғыны теркәлгән. Уны ваҡытында һүндереүгә өлгәшкәндәр.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында, уларҙы утын менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелә. 2022 йылдан алып бының өсөн 5056 кубометр ағас бүленгән. 184 ғаилә ташламалы хаҡ менән 1524 кубометр ярылған утын алған. Быйыл егерме биш ғаиләгә 455 кубометр диләнкә бирелгән.

Әйтергә кәрәк, һандар артында һәр ваҡыт хеҙмәт кешенеһенең фиҙаҡәр көсө ята. Участка лесничийҙары Хәлит Вәлишин, Сәмерхән Халиҡов, Сәйғәфәр Рәхимов, Илдус Бикбаев, урман хужалығы инженерҙары Айгөл Асҡарова, Нурсилә Вәлиева, Зинира Сыңғыҙова, Юлиә Мусина, дәүләт инспекторҙары Рәфил Ишдәүләтов, Данил Абдуллин, Кәрим Яйыҡбаев, урман мастерҙары Өлфәт Кәримов, Юнир Йосопов, Сәғәҙәт Ильясов, водителдәр Йыһанша Маликов, Фуат Ғафаров, урман ҡырҡыусылар Әҙеһәм Юлгилдин, Морат Иҫәндәүләтов, рамсы Илгиз Рауилов, хужалыҡ эшсеһе Рәмилә Иҫәнғужина һәм башҡаларҙы билдәләп китергә кәрәк.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте тәртипкә килтереү, йәшелләндереү кеүек экологик акцияларҙа ихлас ҡатнаша. Һуңғы өс йылда Талҡаҫ күлен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡаралар. Ирәндек һыртынан Талҡаҫ күленә ағып төшкән алты шишмәне кәртәләп, эргә-тирәһен төҙөкләндергәндәр. Шулай уҡ 1,2 гектарҙа йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыу акцияһында әүҙем ҡатнашҡандар.

Киләсәктә Баймаҡ урмансылары алдында ҙур бурыстар тора. Йәш үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн питомник төҙөү, ағасты тәрән эшкәртеү маҡсатында тейешле ҡоролма алыу ҡарала. Был төҙөлөш материалдарын тағы ла күберәк етештереү мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ МТЗ-82 тракторына манипулятор, тубырсыҡтар киптереү өсөн ҡоролманы сафҡа индереү планлаштырыла.

Юбилейға әҙерлек алып барыу маҡсатында урмансылар административ бинаны тәртипкә килтереү йәһәтенән ҙур эштәр алып барҙы. Уның ҡыйығы һәм шулай уҡ ҡоймалары яңыртылды.

Урмансыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, урман фонды һағында булған яуаплы һәм ҡатмарлы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә Такаева.

Баймаҡ урмансылары һөнәри байрамын билдәләне
Баймаҡ урмансылары һөнәри байрамын билдәләне
Автор:Лилия Такаева