Рәсми бүлек
21 Апреля 2025, 10:50

Бөгөн - урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө

Һөнәри байрамдары айҡанлы район хакимиәтендә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде

Бөгөн - урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн - урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн - урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө

Бөгөн урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары айҡанлы район хакимиәтендә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Һөнәри оҫталыҡтары, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағандары һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
“Бөгөн беҙҙең районда егерме ике муниципаль берәмек уңышлы эшләй, улар халыҡ менән берлектә көнүҙәк мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итә. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең, депутаттарҙың юғары профессионализмы, компетентлығы һәм граждандарҙың әүҙем ҡатнашлығы арҡаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелә. Районыбыҙҙы матур, төҙөк һәм уңайлы итергә теләгәндәре өсөн барыһына ла ихлас рәхмәтлемен.

Хөрмәтле депутаттар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль хеҙмәт ветерандары һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, ихлас ҡотлауҙары ҡабул итегеҙ! Халыҡ өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт”, - тине ҡотлау сығышында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас