Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
15 Апреля 2025, 11:35

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Бүләкләнеүселәр араһында Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова ла бар

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәте лайыҡлы баһаландыХеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

21 апрелдә илебеҙҙә урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципаль хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана барышында республика етәксеһе уларҙың намыҫлы хеҙмәте ҡалалар һәм райондар халҡы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне.

Бүләкләнеүселәр араһында Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова ла бар. Ул «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар районыбыҙҙың иң ҙур ауыл биләмәләренең береһен етәкләгән Айгөл Ғүмәр ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Лилия Кусябаева