Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Июнь 2022, 16:55

Нисек ял итәбеҙ?

Биш көнлөк эш аҙнаһында 11, 12 һәм 13 июнь — ял көндәре. Йома, 10 июндә, эш көнө ҡыҫҡартылмай...

Нисек ял итәбеҙ?
Нисек ял итәбеҙ?

Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 13 июндә, рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Йыл һайын 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә күсерелә.

«Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 11, 12 һәм 13 июнь — ял көндәре. Йома, 10 июндә, эш көнө ҡыҫҡартылмай, —  тип билдәләнеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. — Йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә 12 июнь отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй».

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: