Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе

Ул Бөйөк Еңеүгә арналды

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙеБаймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе
Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе

Бөгөн З. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ҙур һәм матур сара үтте. Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы инициативаһы менән Советтар Союзы Геройы Валентина Гризодубованың яу юлына бәйләп Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән гүзәл зат вәкилдәре тураһында һөйләшеү булды.

Ауылдарҙа эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәрен колледж директоры Илдус Зәйнуллин һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова ҡаршы алды. Илдус Әдиф улы капиталь ремонаттан һуң тулыһынса яңырған уҡыу йорто һәм ятаҡ менән таныштырҙы. Беҙҙең балаларҙың шундай шәп шарттарҙа уҡыуын һәм йәшәүен күреп ҡыуандыҡ. Ысынлап та, агросәнәғәт колледжында бер нисә һөнәр алып сығып, артабан юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн бар шарттар тыуҙырылған.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы тураһында Гөлшат Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова бик ентекле сығыш яһаны. "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторы Альбина Шәғәҙәтова махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында һөйләне. Ә инде билдәле гинеколог Рәзилә Иманованың ҡатын-ҡыҙ һаулығы тураһындағы сығышы барыһы өсөн дә бик файҙалы булды. Мерәҫтәрҙең сараға йыр-бейеү бүләк итеүе сараның айырым бер биҙәге булды.

Сара намыҫ менән эшләгән, яугирҙәргә ярҙам итеүгә күп көс һалған, ауыл тормошонда янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләү менән тамамланды.

Шәп сара тураһында төплө мәҡәләне "Һаҡмар" гәзитендә уҡырһығыҙ. 

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе
Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе
Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы Еңеүгә арналған сара үткәрҙе
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас