-17 °С
Болотло
Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышында һуңғы ҡатнашыусы — Сәмиғә Рысбаева 102 йәшендә вафат булды. Ул 1923 Йылда Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған. 19 йәшендә фронтҡа китә. Сәмиғә штурмлау авиаполкында авиамеханик һәм парашют һалыусы булып хеҙмәт итә. Дүрт фронтта Һуғыша Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршылай. Һуғыштан һуң Медногорск хәрби заводында, һуңынан Сибай руднигында эшләй. Ватан һуғышы ордены һәм «Германияны Еңгән өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн »миҙалдары менән бүләкләнгән.