Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
26 Август 2025, 17:23

Билалда әрме мәҙәниәте көндәре үтте

Билал ауыл мәҙәниәт йортонда әрме мәҙәниәте көндәре үтте...

Башҡортостанда әрме мәҙәниәте көндәре үтә. Ошо уңайҙан районда ла бихисап саралар ойошторола. Билал ауылы китапханаһында әрме мәҙәниәте көндәре сиктәрендә квест уйын үтте. Унда ауыл йәштәре ҡатнашты. Сара һәр кем күңеленә хуш килде. "Был квест уйын китапхананың "Йөрәктән-йөрәккә" проекты сиктәрендә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына ла арналды", - тине китапханасы Райхана Булатова.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас