Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 14:00

Юнысов Лоҡман Уйылдан улы

1934 йылдың ноябрендә Совет Армияһына алына. #Победа80

Юнысов Лоҡман Уйылдан улы 1912 йылда Ишбирҙе ауылында тыуған. 1934 йылдың ноябрендә Совет Армияһына алына. Шул йылда Халхин-Гол һәм Финляндия һуғыштарында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында айырым элемтә ротаһында отделение командиры булып хеҙмәт итә. 1942-1944 йылдарҙа Ленинград блокадаһында ҡатнаша. 1943 йылдың 8 февралендә бер буханка икмәк арҡаһында штрафбатҡа эләгә. Уны тамам асыҡҡан егеттәренә тигеҙ итеп өләшеп бирә. Ләкин араһында бер һатлыҡйән табыла: был хаҡта ул тейешле ергә еткерә. Лоҡман Юнысов фашистарҙың тылына үтеп инеп, немец офицерын “телгә” ала. Ул биргән мөһим мәғлүмәттәр өсөн “штрафник”ты кире регуляр армияға ҡайтаралар. Лоҡман Уйылдан улы ҡаһарманлыҡтары өсөн өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. 1945 йылдың 12 октябрендә демобилизациялана. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар “Салауат” колхозының рәйесе, аҙаҡ артелдә урмансы булып эшләй.   

Юнысов Лоҡман Уйылдан улы
Юнысов Лоҡман Уйылдан улы
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас