Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 16:00

Ярҡынбаева Мөслимә Әхмәт ҡыҙы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар тырышлығын һала. #Победа80

Ярҡынбаева Мөслимә Әхмәт ҡыҙы 1926 йылда Ишбирҙе ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар тырышлығын һала. 1943 йылда Ишбирҙенән Йәүһәр, Һаһий, Сәмиға тигән инәйҙәр менән бергә ФЗО-ға алына һәм хәрби заводта эшләйҙәр. Фронт өсөн тимер сым әҙерләйҙәр. Унда биш ай эшләп ҡайт3ас, “Салауат” колхозында эшен дауам итә: бесән сабалар, эҫкерт ҡоялар, үгеҙ менән ер һөрәләр. Бирелгән 80 сутый нормаңды үтәгән осраҡта 200 г он биргәндәр. Халыҡ шуның өсөн бар тырышлығын һалып эшләгән. Мөслимә Ярҡынбаева колхоз бөтөрөлгәс, ағас ярыу артеленә күсә.

Мөслимә Ярҡынбаева “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

1949 йылда фронттан ҡайтҡан Иҙрис ауылы егете Шәһит Сәйетбатталовҡа кейәүгә сығып, ете бала үҫтерәләр.

Ярҡынбаева Мөслимә Әхмәт ҡыҙы
Ярҡынбаева Мөслимә Әхмәт ҡыҙы
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас