-17 °С
Болотло
Тулыбаев Айса Далха улы 1929 йылда тыуған. Ун ике йәшенән “Салауат” колхозында эшләй башлай. Промартель ваҡытында тимерсе ярҙамсыһы була. 1949 йылда Совет Армияһында хеҙмәт итә. Шунда ул водитель һөнәрен үҙләштерә. Армиянан ҡайтҡас та руль артына ултыра.
Айса Далха улы 23 йыл Ишбирҙе участкаһы начальнигы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты булып һайлана. Оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе була.