Маликова Рәхилә Әхмәтша ҡыҙы 1926 йылда Ишбирҙе ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул Баймаҡта Әлибаев урамын төҙөү эшендә була. Ауыр хәбәр алғас та, ауылына ҡайтып, “Салауат” колхозында эшләй башлай. Өс тапҡыр ФЗО-ла була. Ижевск ҡалаһында тимер юлын һалыуҙа, Миәс ҡалаһында төҙөлөш эшендә ҡатнаша. Белорет районында ағас ҡырҡып, һал ағыҙыу эшендә була. Уның “напарнигы” Бөрйәнйылға ауылынан Әнүәр Рәхимғолов була. Яҡшы эшләгәндәре өсөн уларға “стахановский” түләнә. Йәғни 400 г урынына 600 г он, һоло бутҡаһы бирәләр.
“Еңеү!” тигән һүҙҙе “Йылайыр” совхозынан дүрт пар ат менән орлоҡ тейәп ҡайтып килгәндә Мәмбәт ауылы эргәһендә ишетәләр. Уларҙы һыбайлы ҡыуып етеп, “Еңеү! Еңеү! Еңеү!” тигән шатлыҡлы хәбәр еткерә. Араларында булған Насир олатай шунда уҡ үлән ҡурайы ҡырҡып алып, күңелле көйҙәр уйнап ебәрә. Берсә илап, берсә ҡыуанып улар Еңеүҙе шулай ҡаршылай.
Тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәхилә Маликова “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, юбилей миҙалдары менән наградлана.