Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 16:30

Маликов Әхмәтзәки Абуталип улы

22 майында Ишбирҙе ауылында тыуған. 1942 йылдың декабрендә һуғышҡа китә. #Победа80

Маликов Әхмәтзәки Абуталип улы 1925 йылдың 22 майында Ишбирҙе ауылында тыуған. 1942 йылдың декабрендә һуғышҡа китә. 1943 йылдан Белоруссия фронтында артиллерист-элемтәсе булып хеҙмәт итә. Гомель, Брест, Варшава, Бобруйск, Прага ҡалаларын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Польша иленең Лодзь ҡалаһы өсөн барған алышта ҡаты яралана һәм өс ай госпиталдә дауаланғас, уны тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

Маликов Әхмәтзәки Абуталип улы
Маликов Әхмәтзәки Абуталип улы
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас