Иҫәндәүләтов Миңлеғәле Аллағол улы 1942 йылдың март айында фронтҡа алына. Тәүҙә ул Ырымбур өлкәһендә һуғышта яраланған аттарҙы тәрбиәләй. Май айында Украина фронтына оҙатыла. Ләкин Алексеевка станцияһында немецтарҙың көслө утына эләгә. Беҙҙең ғәскәр сигенергә мәжбүр була. Миңлеғәле Иҫәндәүләтов та биш яугир менән урманға ҡаса. Уларҙы тап иткән өс украин ҡатыны һалдаттарҙы алып ҡайтып, ашатып-эсерәләр ҙә фашистарға тапшыра. Һөҙөмтәлә башҡа тотҡондар менән уларҙы ла Харьковҡа оҙаталар. Аҙаҡ Миңлеғәле Иҫәндәүләтовты Гамбург ҡалаһына, ә 1943 йылда Польшалағы, һуңынан Германиялағы концлагерға оҙаталар. Миңлеғәле Иҫәндәүләтовты еврей, тип уйлап, ошо милләт кешеләре менән бергә бикләйҙәр. Уларҙы бер аҙна ашатмайҙар, ас тоталар. Һөҙөмтәлә 74 килограм ауырлыҡтағы ир кеше 32-гә ҡала. Лагерҙа бергә булған ике рус егете уны үлемдән алып ҡала. Эшләргә хәле булмағас, урман хужалығына күсерәләр. Бында ул өсөнсө тапҡыр ҡаса һәм ҡыҙҙар йәшәгән баракта йәшенеп ята. Тотҡондарҙы Америка һалдаттары ҡотҡара. 1945 йылда уларҙы Львов ҡалаһына оҙаталар. Миңлеғәле Иҫәндәүләтов 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.