-17 °С
Болотло
Хәсәнов Ибраһим Юныс улы 1928 йылда тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ауыл халҡы иген баҫыуында ашлыҡ урып йөрөгән була. Бригадир атта сабып килеп, һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр итә. Ир-егеттәр эш ҡоралдарын ташлап, фронтҡа китә. Шул иҫәптән Ибраһим Хәсәновтың да атаһы күп тә үтмәй ағаһы һуғышҡа китә. Тылда “Бөтәһе лә фронт өсөн!” дивизы аҫтында эшләй башлайҙар. Аттарҙы фронтҡа ебәргәс, улар үҙҙәре егелеп, ер һөрәләр, тырматалар. Еңеүгә ышаныс ҙур булғанлыҡтан, тылдағылар көнө-төнө эшләргә лә риза була.
Ибраһим Хәсәнов “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.