-17 °С
Болотло
Хәсәнов Абдулла Юныс улы 1926 йылда Нияҙғол ауылында тыуған. 1943 йылдың ноябрендә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Тәүге бәрелешкә Кишинев ҡалаһы эргәһендә I Украина фронтының 38-се гвардия полкы составында инә. Кишинев, Прага, Дрезден ҡалаларын немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Праганы азат иткән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән наградлана. Дрезден ҡалаһы өсөн барған аяуһыҙ алышта ҡаты яралана.