Бөгөн районыбыҙҙа «Еңеү диктанты» халыҡ-ара акцияһы үтте. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе майҙансығында төрлө йәштәге 50-нән ашыу кеше диктант яҙҙы. Сара башланыр алдынан уҡыусылар һәм педагогтар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды, Еңеү яулаған яугирҙәрҙе иҫкә алды. Тантанала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов ҡатнашты.
«Еңеү диктанты»нда ҡатнашыусылар 45 минут дауамында Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғаларына, уның геройҙарына һәм күренекле шәхестәренә арналған 25 һорауға яуап бирҙе. Быйыл һорауҙар араһында махсус хәрби операция темаһына ҡағылғандары ла бар. Һәр ҡатнашыусы үҙенең шәхси идентификация номеры ярҙамында диктант һөҙөмтәләрен белә ала.