Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 14:45

Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш

Велоуҙыш 1 майҙа Темәс ауылынан башлана, финиш - 8 майҙа Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы янында

Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш
Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш

2015 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата районыбыҙ спортсылары Баймаҡ-Өфө араһын саңғыларҙа үткәйне. Был сараның маршруты республикабыҙҙың Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары аша үтте. Өфө ҡалаһының Еңеү паркы маршруттың финишы булғайны. Был иҫтәлекле марафонда ете спортсы ҡатнашты. Ошондай уҡ сараның алыҫ 1975 йылда - Еңеүҙең 30 йыллығына ҡарата үткәрелеүе билдәле.

Быйыл да спортсыларыбыҙ Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә үҙ өлөшөн индерергә - ошо уҡ маршрут буйынса велоуҙыш яһарға ҡарар итте. Был юла ла ете спортсы барасаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар араһында ун йыл элек саңғы уҙышында ҡатнашҡандар ҙа бар.

Велоуҙыш 1 майҙа Темәс ауылынан башлана, финиш - 8 майҙа Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы янында.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә йөҙҙәрсә саҡрым араны үтергә ҡарар иткән спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш
Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш
Еңеүҙең 80 йыллығына - велоуҙыш
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас