Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 12:30

"Еңеү диктанты"н яҙабыҙ

25 апрелдә Башҡортостанда акция 800-ҙән ашыу майҙансыҡта үткәрелә

"Еңеү диктанты"н яҙабыҙ
"Еңеү диктанты"н яҙабыҙ

25 апрелдә Рәсәйҙә һәм тиҫтәләгән сит илдәрҙә «Еңеү диктанты» тарихи акцияһы ойошторола. Тәүге тапҡыр ул 2019 йылдың 7 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын байрам итеүгә бәйле үткәрелә. Диктант 24 дәүләттә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, үтә. Унда 9 йәштән 90 йәшкә тиклемге 150 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шунан һуң Еңеү диктантын йыл һайын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

2023 йылда акцияла Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм 46 сит илдән 1,8 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. 923 мең ҡатнашыусы уны диктант үткәрелгән майҙансыҡҡа килеп яҙҙы. Әгәр 2019 йылда диктантта ҡатнашыусылар өсөн 1300 майҙансыҡ булдырылһа, 2024 йылда Еңеү диктантын яҙыу өсөн майҙансыҡтар һаны 26 меңдән ашып китте.

Быйыл 25 апрелдә Башҡортостанда акция 800-ҙән ашыу майҙансыҡта үткәрелә. Шуныһы үҙенсәлекле, быйыл майҙансыҡтарҙың береһе – Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорты.

Акцияла ҡатнашыу өсөн уның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. 45 минут эсендә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары тураһында 25 һорауға яуап бирергә тейеш.

Акцияны Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойоштора.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас