+24 °С
Ямғыр
Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә ҡала ойошмалары араһында барған үҙешмәкәр сәнғәт смотры сиктәрендә Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һәр сығыш патриотик рух менән һуғарылып, юғары кимәлдә башҡарылды. Аҡ халатлылар үҙҙәрен юғары квалификациялы белгес кенә түгел, ә ижади кешеләр икәнен дә күрһәттеләр. Врачтар, медсестралар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында ысын таланттар булыуы асыҡланды.
Ҡала ойошмалары, предприятиелар араһында барған смотр-конкурс аҙағына яҡынлашты. 17 һәм 18 апрелдә халыҡ ижады үҙәгендә үҙешмәкәр сәнғәт смотрының Гала-концерты буласаҡ.