"Дозор" ил сиге һаҡсылары йыл һайын Баймаҡ агросәнәғәт колледжында патриотик сара үткәрә. Улар буласаҡ һалдаттар өсөн төрлө һынауҙар ойоштороп, еңеүселәрҙе бүләкләй.
Ватан һаҡсылары көнөнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараны асып, уҡыу йортоноң директор урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова: “Көслө затҡа тыуғас та иңдәренә оло һәм изге бурыс йөкмәтелгән. Ул – Ватанды һаҡлау. Бөгөн беҙ ил сиген батырҙарса һаҡлаған, унан ветерандар хәрәкәтенә берләшеп, балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән пограничниктарға рәхмәтлебеҙ. Сәлимйән Итәлмаҫовтың беҙҙең колледждың студенты булыуы менән бик тә ғорурланабыҙ. Егеттәребеҙ рухлы, ныҡ булһын, әммә уларға бер ҡасан да дары еҫен еҫкәргә, шартлау тауыштарын ишетергә-кисерергә яҙмаһын”,-тине.
Сәлимйән Итәлмаҫов егеттәрҙе Ватандың ысын улы булырға, спорт менән дуҫ булырға, иптәшлек һәм тоғролоҡ тойғоларын йөрәк түрендә йөрөтөргә саҡырҙы.
Артабан егеттәр ысын һалдат һынауҙарын тотто. Улар автоматты һүтеп-йыйырға, уның магазинынан боеприпастарҙы алырға һәм кире ҡуйырға, атырға, бысаҡ ташларға, картуф әрсергә тейеш ине. Быларҙың барыһы ла командаларға бүленеп, тиҙлеккә эшләнде. Сәмле һәм дәртле ярыш барыһының да күңеленә хуш килде, ә егеттәр үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойҙо.
Һәр саҡ йәштәр араһында булып, уларға илһөйәрлек тәрбиәһе биргән “Дозор” ил һаҡсылары ойошмаһына иң изге теләктәрҙе еткерге килә. Баймаҡ агросәнәғәт колледжы студенттарының бөгөндән һалдат тормошона әҙер булыуы, һынауҙарҙы “һә” тигәнсе етеҙ башҡарыуы, берҙәмлеге һоҡландырҙы. Афарин, егеттәр!