Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
1 Сентябрь 2023, 12:17

Ни өсөн ремонт эштәре оҙаҡҡа һуҙыла?

– Быйыл ҡалала байтаҡ ремонт эштәре алып барыла. Һүҙ – юлдарҙы төҙөкләндереү тураһында. Күп урында асфальтты аҡтарып ташланылар ҙа, ташланылар. Шуны эҙмә-эҙлекле эшләп булмаймы?  

– Быйыл ҡалала байтаҡ ремонт эштәре алып барыла. Һүҙ – юлдарҙы төҙөкләндереү тураһында. Күп урында асфальтты аҡтарып ташланылар ҙа, ташланылар. Шуны эҙмә-эҙлекле эшләп булмаймы?

– Һәр объекттың үҙ подрядсыһы бар, – тип яуап бирҙеләр ҡала хакимиәтендә. – Мәҫәлән, Тыныслыҡ урамындағы йәйәүлеләр зонаһы һәм шул тирәләге биләмәләр “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы төҙөкләндерелә. Был эш 2024 йылда ла дауам итәсәк. Ул өс этапҡа бүленеп, тротуарҙар һалынасаҡ, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителәсәк, урамда сауҙа итеү өсөн урындар булдырыласаҡ. Бынан тыш, Тыныслыҡ урамын йәшелләндереү, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыу, бәләкәй архитектура формалары булдырыу күҙ уңында тотола. Барлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре проектҡа ярашлы алып барыла. Әйткәндәй, был эштәрҙе атҡарыу ваҡытында халыҡ һәм йәмәғәтселек менән килешелде. Бер үк ваҡытта Тыныслыҡ урамында яңы балалар поликлиникаһына һыу индереү һәм канализация системаһын төҙөү эштәре алып барыла. Уларҙы тамамлағас, юлды асфальтлау күҙ уңында тотола. Ә инде Салауат Юлаев проспектының 13, 15, 17-се йорттары һәм Муса Йәлил урамындағы 17-се йорто биләмәһендәге төҙөлөш-ремонт эштәре подрядсы тарафынан графикка ярашлы алып барыла. Был эштәрҙе ошо арала тамамлау планлаштырыла”.

А.САЛАУАТоВ әҙерләне.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: