Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
18 Июнь 2023, 11:45

Ҡыҙым кем менән ҡалыр?

Ирем менән айырылыштыҡ. 12 йәштәге ҡыҙыбыҙ бар. Ирем минең бер ҡайҙа ла эшләмәүем, үҙ торлағым булмауын сәбәп итеп, балабыҙ уның менән ҡаласағын белдерҙе. Бынан тыш ул миңә ҡыҙым менән бөтөнләй аралаштырмаясағын да әйтте. Сөнки ғаиләбеҙ минең хыянатым арҡаһында юҡҡа сыҡты. Иремдең ысынында ла ҡыҙыбыҙҙы тартып алыуы мөмкинме?..

Ҡыҙым кем менән ҡалыр?
Ҡыҙым кем менән ҡалыр?

Һорау – яуап

Ирем менән айырылыштыҡ. 12 йәштәге ҡыҙыбыҙ бар. Ирем минең бер ҡайҙа ла эшләмәүем, үҙ торлағым булмауын сәбәп итеп, балабыҙ уның менән ҡаласағын белдерҙе. Бынан тыш ул миңә ҡыҙым менән бөтөнләй аралаштырмаясағын да әйтте. Сөнки ғаиләбеҙ минең хыянатым арҡаһында юҡҡа сыҡты. Иремдең ысынында ла ҡыҙыбыҙҙы тартып алыуы мөмкинме? Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Ғ.

Һеҙҙең һорауығыҙға БР Адвокаттар коллегияһының Баймаҡ ҡала филиалының адвокаты Айгөл Мырҙабулатова яуап бирә.

- Ата-әсә айырылышҡандан һуң балаларҙың йәшәү урынын билдәләү судтарҙа иң таралған эш. РФ Ғаилә кодексының 57-се, 61-се, 65-се статьяларына ярашлы, судья баланың йәшәү урынын билдәләгәндә, әсәнең дә, атаның да балиғ булмаған ул-ҡыҙына ҡарата тигеҙ хоҡуҡлы һәм бурыслы булыуынан сығып эш итә. Шулай уҡ 10 йәше тулған балалар кем менән йәшәргә теләүе тураһында белдерә ала. Әммә был осраҡта ла суд барыбер уның буласаҡ тормош шарттарын иғтибарға ала. Ҡыҙығыҙға 12 йәш булғас, судья мотлаҡ уның фекерен һораясаҡ. Баланың атаһы менән ҡаласағы тураһында ҡарар сығарылһа ла, ул һеҙгә бала менән осрашыуҙы тыя алмай. Һеҙ судҡа мөрәжәғәт итеп, балағыҙ менән аҙнаһына нисә тапҡыр, ҡайһы ваҡытта аралаша алыуығыҙҙы билдәләй алаһығыҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: