Асыу тантанаһында ауыл халҡы, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, демобилизацияланған хәрби хеҙмәткәр ӘсҡӘт Әхмәр улы Юсупов, шулай уҡ стеланы проектлаған һәм төҙөгән Фаяз Ғибәҙуллин ҡатнашты.
Стеланы төҙөү өсөн аҡса Ишей ауылының 2025 йылда Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында Гран-при яулауы һөҙөмтәһендә бүленде. Ауыл халҡы ошо аҡсаны яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтергә ҡарар итте.
Изге эшкә ауыл халҡы, шул иҫәптән Рөстәм Ишдәүләтов, Йәмил Ишимғужин, шәхси эшҡыуар А. А. Таштимиров ярҙам күрһәтте. Ауыл клубы мөдире Миңзифа Ишдәүләтованың һәм "Ағинәйзәр" ойошмаһының әүҙем эшмәкәрлеге , халық менән берзәм эшләүе арҡаһында был проект тормошқа ашырылды.
Ишейҙәрзең был башланғысы — яугирҙарға ихтирам һәм рәхмәт билдәһе, шулай уҡ киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең сағыу өлгөһө.
Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы.