

Икмәк — ил тотҡаһы, һәр табындың башы һәм иң оло бәрәкәт. Баймаҡ ҡалаһында гөрләп үткән «Икмәк FEST» фестивалендә ауыл уңғандары үҙҙәренең ҡабатланмаҫ аш-һыу оҫталығын күрһәтте! Ошо оло байрамда Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләре берләшеп, халҡыбыҙҙың борондан килгән иң тәмле, затлы ризығы — МАЙИҠМӘКТЕ оло ғорурлыҡ менән яҡлап сыҡтылар! Моҡас һәм Күсей биләмәләре майҙансығынан кеше өҙөлмәне! Сөнки беҙҙең уңған апайҙарыбыҙ халыҡ алдында туранан-тура ҡайнар табала майикмәк бешереү оҫталығын күрһәттеләр! Майикмәктән бай, тәмле һәм күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмә ойошторолдо.Баймаҡ ҡалаһында гөрләп уҙған «Икмәк FEST» байрамында Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләре майҙансығы тик тәмле майикмәк менән генә түгел, ә төбәгебеҙҙең оло хеҙмәт данын сағылдырған тарихи-музей күргәҙмәһе менән дә халыҡты үҙенә ҡаратып торҙо! Ә Төркмән мәҙәниәт йортоноң «Серҙәштәр» вокаль-фольклор ансамбле тамашасыларға үҙенсәлекле, онотолмаҫлыҡ сәхнә бүләге яһаны! Апайҙарыбыҙ баҫыу эштәрен, икмәк урағын һәм игенселәр хеҙмәтен кәүҙәләндергән дәртле, шаян «Косилка-молотилка» бейеүен халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иттеләр!Афариндар!!! Мәктәп уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы! Улар МХО-лағы батыр егеттәребеҙ өсөн майикмәктәр бешерҙеләр. Һәр икмәктә — туған яҡ йылылығы, әсәлек доғалары һәм изге теләктәр. Фиҙаҡәр уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәт! Батырҙарыбыҙ имен-аман Еңеү менән ҡайтһын!