Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Октября , 12:25

Иң шәп һәмәндәр

Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсында ҡатнаша һәм конкурс сиктәрендә һәр төрлө саралар йыш үтә. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсында ҡатнаша һәм конкурс сиктәрендә һәр төрлө саралар йыш үтә. Ауылдаштар "Ҡаран", "Мофазал" ҡоҙоҡтарын һәр ваҡыт тәртиптә тота тип йыш яҙабыҙ, һөйләйбеҙ. Был ысынлап та шулай. Ир-егеттәр ике ҡоҙоҡто ла заманса материалдар менән кәртәләп алды, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәре менән булды, тирә-яғын гөл-сәскәгә күмде, ағастар ултыртты. Ҡоҙоҡтар ҙа һыу алыу өсөн бөтөн шарттар булдырылды. Һәмәндәр был юлы "Һыу - йәшәү сығанағы" исемле байрам сараһына йыйылды. Сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Билал ауыл биләмәһе башлығы Данис Иҫәнъюлов, Билал биләмәһе ветерандары советы рәйесе Зәйнулла Әминев, китапханасы Райхана Булатова, ағинәйҙәр ҡатнашты. Ҡаран ҡоҙоғо янында иртәнсәктән йәнлелек. Эргә-тирәһен йәнә бер тапҡыр тәртипкә килтерәләр, самауырҙар ҡайнай, тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таралған. Матур моң ағыла: "Аға шишмә сылтыр-сылтыр..." Килгән ҡунаҡтарҙы йырлап, бейеп ҡаршы алды һәмәндәр. Иң алда ҡоҙоҡтоң тарихына күҙ һалайыҡ. Ни өсөн йылға Ҡаран тип атала һуң? Үҙәктә ятҡан йылғаларҙы Ҡаран тиҙәр. Ҡаран тип аталған йылғалар башҡа райондарҙа ла күп. Ҡаран йылғаһының башы Мунсаҡ тауы итәгенән башлана. Урман бөткән ерҙә ер аҫтына инеп китә лә, Һәмән ауылы башланған ерҙә йылға кире ер өҫтөнә килеп сыға. Һәмәндәр хәтерләүенсә: "Ямғырлы йылдарҙа йылға ер аҫтына китмәне. Элек тауҙарҙан төшкән һыу менән йылға ныҡ таша торғайны. Йылға аша ҡарағастан күпер ҙә булды. Йылға ташҡас, күперһеҙ йөрөп булманы. Хатта өй бейеклек һыу күтәрелгән ваҡыттар булды. Һәмәндәр ошо ҡоҙоҡ һыуына йөрөнө. Хәҙер ҙә ауылдаштар ҡоҙоҡтоң һыуы татлы, ҡомаҡ булмай, тип һыуын алалар. Эргә-тирә ауылдарҙан да һыу килеп алыусылар бар. Совхоз ваҡытында Мәскәү ҡалаһынан, Свердлов өлкәһенән урып-йыйыуға килгән шоферҙар ҙа, бындай тәмле һыуҙы бер ерҙә лә эскәнебеҙ юҡ, тип, Ҡаран ҡоҙоғонан һыу ташып эсте. Ауылға килен төшһә тап ошо ҡоҙоҡҡа һыу юлын башларға алып киләләр. Йылға ла, ҡоҙоҡ та сатлама һыуыҡта ла туңмай". Матур сара ағинәйҙәр әҙерләгән ризыҡтан ауыҙ итеп, Ҡаран ҡоҙоғо һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеү менән тамамланды. Һәмәндәр эшләгән эштәренә йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландар ҡабул итте. Артабан "Мофазал" ҡоҙоғона юл алдыҡ. Был ҡоҙоҡ янындағы тәртип, таҙалыҡ өсөн дә ауылдаштарға, Мофазал апаның балаларына рәхмәтлебеҙ. Йылғалар ҡоромаһын, тәбиғәтебеҙ йәшәһен! Һәмән ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы.

Иң шәп һәмәндәр
Иң шәп һәмәндәр
Автор:Гузель Салихова