Новости
12 Октября , 09:55

Әхмәр ауылында обелиск асылды

Ул Ватанды һаҡлаусыларға арналды

Добавить в предпочтительные источники Google

Әхмәр ауылында һуғышта һәләк булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә яңы обелиск асылды Баймаҡ районының Әхмәр ауылында тантаналы мәл — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәм еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә яңы обелиск асылды. Был изге эште башлап ебәреүселәр — ауылдаштарыбыҙ Кәримов Фәнис һәм Мәтинов Азамат. Уларҙың тырышлығы, әүҙемлеге арҡаһында был ҡомартҡы төҙөлөп бөттө.

Обелискыны асыу хоҡуғы тап ошо ике кешегә — Фәнис Кәримовҡа һәм Азамат Мәтиновҡа бирелде. Улар — был эштең башында торған, күп кенә ауырлыҡтарҙы еңеп, халыҡты берләштерә алған кешеләр. Ауыл халҡы был изге эшкә берҙәм булып ҡатнашты: кемдер аҡсаһын, кемдер көсөн-ваҡытын, кемдер ярҙамсыл ҡулын һалды. Барығыҙға ла оло рәхмәт — һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында был һәйкәл тормошҡа ашты. Тантанала Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлназ Хажина обелиск төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Улар араһында:

— Тагиров Илһам

— Тагиров Мансур

— Тагиров Марсель

— Байтимиров Рамазан

— Маннанов Иҙел

— Атанғолов Динар

— Иҫәнгилдин Илнур

— Әбдисов Даян

— Әбдисов Ринат

— Әбдисов Ришат

— Ғибәҙуллин Радик

- Өмөтбаев Фәнил

Уларға һәм обелиск төҙөүҙә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, тырышлығын күрһәткән асыҡ миҫал. Тантананан һуң ауылдаштарыбыҙ Ҡорбан ашы уҡытып, аяттар уҡынылар. Һәләк булғандарҙың рухына доға ҡылынды, еңеү менән ҡайтҡандар иҫкә алынды. Был — беҙҙең өсөн изге бурыс, ата-бабаларыбыҙ алдындағы хөрмәтебеҙҙең бер өлөшө. Обелиск — ул тик таш ҡына түгел. Ул — беҙҙең хәтеребеҙ, беҙҙең горурлығыбыҙ, киләсәк быуынға ҡалдырған васыятыбыҙ. Әхмәр ауылының был яңы һәйкәле быуаттар буйы халҡыбыҙҙың батырлығын, берҙәмлеген һәм рух көсөн һаҡлап торһон. Ауылдаштарыбыҙға, ата-бабаларыбыҙ рухына бағышланған был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт. Еңеү килтергәнгә мәңгелек хәтер!

Әхмәр ауылында обелиск асылды
Әхмәр ауылында обелиск асылды
Автор:Гузель Салихова