

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды һәм уның тирә-яғындағы майҙансыҡтарҙы ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 метр бейеклектәге стела 2022 йылдың ноябрендә асылды. Монумент республика халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарман хеҙмәтенә бағышлана. Ул саҡта Өфөгә фронт өсөн продукция сығарған тиҫтәләгән завод эвакуациялана. 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы статусын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Стела эргәһендәге майҙан төҙөкләндерелде, унда асыҡ һауала экспозиция булдырыла. Радий Хәбиров бында ҡуйылған яңы объекттарҙы ҡараны. Улар араһында Як-3 самолеты һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы хөрмәтенә аталған караптар макеттары бар. Мәҫәлән, Як-3 Бөйөк Ватан һуғышы осоронда иң күп сығарылған совет истребителе була һәм фронттың төп участкаларында һауалағы өҫтөнлөктө тәьмин итә. Унда Өфөлә етештерелгән төрлө модификациялы моторҙар тора. «Өфө» сик буйы патруль карабы 2023 йылдың 29 декабрендә сафҡа индерелә. 2024 йылда экипаж Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап даими хеҙмәт урынына күсә һәм хәҙер Тымыҡ океан флоты составына ҡарай. Республика карап экипажына ярҙам күрһәтә, уның составында Башҡортостандан әрме сафына саҡырылыусылар ҙа хеҙмәт итә. “Өфө” ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһе 2022 йылда рәсми рәүештә Тымыҡ океан флоты составына индерелә. Башҡортостан Башлығы уны һыуға төшөрөү тантанаһында ҡатнашҡайны. Шулай уҡ Башҡортостан шефлыҡ иткән караптар иҫәбендә –«Сообразительный» корветы һәм «Иван Грен»ҙур десант карабы. Радий Хәбиров, асыҡ һауала Өфөлә йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы булырлыҡ йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолған, тип баһаланы. Республика етәксеһе БР Хөкүмәтенә һәм ҡала хакимиәтенә уны яңы экспозициялар менән тулыландырырға ҡушты. – Бында балаларҙы йөрөтөргә, илебеҙ, кешеләр хаҡында һөйләргә һәм уларҙа тарихи хәтерҙе формалаштырырға кәрәк. Кешеләр стелаға килеп етә алһын өсөн, Октябрь Революцияһы урамын ошо ергә килтереп еткереү идеяһы бар. Пландар күп, барыһын да эшләргә Хоҙай көс бирһен. Башҡортостандарҙың һуғыш йылдарындағы һәм унан һуңғы осорҙағы батырлығын баһалағаны өсөн Президентыбыҙға рәхмәт. Ишембайҙа хеҙмәт батырлығы стелаһын проектлай башланыҡ, уны 2027 йылда ҡуйырға планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru/ru/news/.