Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Октября , 12:40

Яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева юғары наградаға лайыҡ булды

Бар күңелдән ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева юғары наградаға лайыҡ булдыЯҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева юғары наградаға лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева юғары наградаға лайыҡ булды

«Ҡурай» телеканалы директоры, журналист, продюсер, алып барыусы, яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды! Награданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Рита  Ришат ҡыҙының күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм башҡорт халҡының сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур ихтирамға лайыҡ. Күп мәҙәни саралар, фестивалдәр һәм концерттар ойоштороусыһы, шулай уҡ «Байыҡ», «Башҡорт йыры», «7 егет» һәм башҡа телевизион проекттар авторы булараҡ, ул милли мәҙәниәтте халыҡҡа еткерә һәм уның абруйын тағы ла арттыра.

Һеҙҙең илһамығыҙ һүнмәһен,  яңы ижади үрҙәрҙе яулау өсөн көс һәм энергия һәр ваҡыт етерлек булһын! Киләсәктә лә халҡыбыҙға хеҙмәт итергә һәм тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшегеҙ.

Автор:Гузель Салихова