

Таулыҡай ауылының иң зирәк, иң булдыҡлы ир- уҙаманы Байегетов Ғәзиз Йыһанур улына "РФ-тың Почетлы мәғариф эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем бирелеүе уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Дүрт тиҫтәнән ашыу ғүмере яратҡан уҡыусылары , коллегалары менән берлектә мәктәптең ҡайнап торған йылы усағында уның. Бөтә яҡтан һәләтле, дәртле, тырыш, күңел күтәргес мәҙәктәргә бай ул Ғәзиз Йыһанур улы. Бик оҫта бейеүсе, төрлө йырҙарҙын дәррәү алҡыштар менән һоҡланып тыңлайбыҙ беҙ.
Хөрмәтле Ғәзиз Йыһанур улы! Һеҙҙең эшләп йөрөү дәүерендә шундай баһа алыуығыҙға шатланып һәм 65 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеге һәм әлеге кеүек мурт йылмайып, һаман да изгелек орлоҡтары сәсеп сафта булыуығыҙҙы теләйем. Һеҙ афарин!
Сәғитова А. С.