Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Октября , 08:10

Мөһим проекттар буйынса ҙур эштәр

Ниғәмәт ауыл биләмәһендә эштәр гөрләй

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөһим проекттар буйынса ҙур эштәрМөһим проекттар буйынса ҙур эштәр
Мөһим проекттар буйынса ҙур эштәр

Амур Әминев етәкләгән Ниғәмәт ауыл биләмәһе ауылдарҙы төҙөкләндереү, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара, дөйөм эшкә халыҡ та тос өлөш индерә.

Ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Иң төҙөк ауыл" проекттарында йыл да әүҙем ҡатнаша һәм ҙур еңеүҙәргә ирешә.

Быйыл да улар конкурстарға ярашлы ҙур эш алып бара. Ошо көндәрҙә Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы урындағы зыяратты кәртәләүҙе тамамланы, шулай уҡ Апай шишмәһенең ҡоймаларын заманса материалдар менән яңыртты. Төҙөкләндереү эштәрендә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.Афарин!

Автор:Гузель Салихова