Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Октября , 09:25

Урал аръяғына юғары тиҙлектәге интернет килә

Иҫке ADSL урынына секундына 300 Мбит тиҙлекле заманса оптика киләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урал аръяғына юғары тиҙлектәге интернет киләУрал аръяғына юғары тиҙлектәге интернет килә
Урал аръяғына юғары тиҙлектәге интернет килә

Башҡортостанда цифрлы инфраструктураны үҫтереү дауам итә. «Асыҡ интернет» проекты сиктәрендә 2026 йыл аҙағына тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юғары тиҙлектәге интернет үткәреләсәк.

Селтәрҙе киңәйтеү тураһында ҡарар республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса ҡабул ителде.

Иҫке ADSL урынына секундына 300 Мбит тиҙлекле заманса оптика киләсәк. 21 меңгә яҡын кеше, дистанцион уҡыуҙан алып телемедицинаға тиклем, цифрлы сервистарҙан файҙалана ала.

Элемтә өлөшләп сафҡа индерелә – 2022 йылда оптиканы 272, 2024 йылда – тағы ла 24 тораҡ пунктта үткәрҙеләр. Бөгөн төбәктең 3 меңдән ашыу ауыл халҡы киң һыҙатлы интернеттан файҙалана.

2026 йыл аҙағына тиклем оптик интернет ҡайҙа барлыҡҡа киләсәген карточкала ҡарағыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы сайтында: vk.cc/d2fEVS

 

Автор:Гузель Салихова