-2 °С
Облачно
Халыҡ-ара Ололар көнө уңайынан Әхмәр ауылының иң оло аҡһаҡалы - 98 йәшлек Ҡадыров Мәжит Әғзәм улы менән Икенсе Моҡас ауылында йәшәүсе 100 йәшлек Аллаярова Нәфисә Тәфтизан ҡыҙы осрашты. Мәжит Әғзәм улы "Ирәндек" совхозында пенсияға сыҡҡансы баш бухгалтер, Нәфисә Тәфтизан ҡыҙы шәфҡәт туташы булып Беренсе Моҡаста эшләй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың хәтерҙәренең теүәллегенә, ваҡиғаларҙың йылын ғына түгел, ниндәй айҙа, көндә булғанын һөйләүҙәре хайран ҡалдыра. Эшләгән эштәренең баһалары ла бихисап. Әле балаларының ҡарамағында ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итәләр.Бәхетле ҡартлыҡ насип булһын уларға!