+8 °С
Ясно


- Бөгөн ҡалабыҙҙың ете хөрмәтле парын алтын туйҙары менән ҡотлау бәхете тейҙе. Ярты быуат бергә ғүмер итеү — ул шатлыҡта ла, ауырлыҡта ла иңгә-иң йәшәлгән тотош бер оло тормош юлы. Бер-берегеҙгә булған мөхәббәтегеҙ, сабырлығығыҙ, үҙ-ара хөрмәтегеҙ, үҫтергән балаларығыҙ һәм тыуған Баймағыбыҙ сәскә атһын өсөн һалған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Баймаҡ ерендә татыу, ныҡлы ғаиләләр күп. Һеҙҙең кеүек ғаиләләр — тыуған төйәгебеҙҙең төп терәге.
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, өйөгөҙгә тыныслыҡ һәм йылылыҡ, яҡындарығыҙҙың иғтибарын һәм ябай ғына кешелек бәхете теләйем!-тине Азамат Сәфәрғәле улы.